Интернет селтәрендә әҙипкә мәртәбәле исем биреүҙе хуплап, ҡултамға йыйыу дауам итә. Тарихи ғәҙеллек урынлаштырыу маҡсатында петиция төҙөгән журналист Баныу Ҡаһарманова әйтеүенсә, бөгөнгә 700-ҙән ашыу кеше тауыш биргән.
1965 йылда “Ағиҙел” журналында Яныбай Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы баҫылып сыға. Халыҡ уны ихлас ҡабул итә. Артабан әҫәрҙәре Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә һәм башҡа республикаларҙа нәшер ителә. Ғалим Фирҙәүес Хисаметдинова.
Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе хуплаусылар интернет селтәрендә петицияға ҡул ҡуя ала.






