Ярыш Шухов исемендәге Белгород дәүләт технология университетында уҙҙы. 11 уҡыусынан торған республика командаһынан 5-һе призлы урындарға лайыҡ булды. Уларға Башҡортостан башлығы премияһы тапшырыла. Был уҡыусылар химия профиле буйынса һөнәргә уҡыу өсөн юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ, вузда белем алыу осоронда Рәсәй президенты грантына дәғүә итә ала.




