Өфөлә билдәле ғалим Әхмәт Баҡыев иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды

Церемония Блюхер урамындағы ғалим йәшәгән йорт янында үтте. Исеме бар донъяға билдәле белгес нефть институты студентынан Фәндәр академияһының республика бүлексәһе академик-секретарына тиклем юл үткән.

Әхмәт Баҡыевты хөрмәтләп иҫкә алырға уның туғандары, коллегалары, шәкерттәре, тормош һәм хеҙмәт юлын бергәләп уҙған, уны белгән кешеләр килгәйне.

“Әлбиттә, Әхмәт Вәхит улы эшен лайыҡлы дауам итеүселәрҙе лә үҫтерҙе. Мемориаль таҡтаны асыу – бөйөк ғалимға коллектив исеменән ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтеү”, – тип һөйләп үтте Өфө дәүләт нефть-техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин.