Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә сирҙән 4 кеше вафат булған. Уҙған тәүлектә 110 кешелә йоғошло инфекция асыҡланған, 126 пациент һауыҡҡан. Стационарҙа 265 кеше дауалана, 26 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 6-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.






