Картинаны быйыл яҙ Эльбрус тауында төшөрөү планлаштырыла. “Рөстәмдең тормошо ихтирамға лайыҡ. Уны мөмкинлеге сикле кеше итеп түгел, ә спортсы, альпинист булараҡ асырға теләйем”, тип белдергән фильмдың предюсеры Лариса Олейник. Рөстәм Нәбиев 2020 йылдың сентәбрендә 6 мең 220 метр бейеклегендәге Эльбрус тауын яуланы. Ул унда ҡулдары менән боҙ балтаһы ярҙамында күтәрелде.






