Хушлашыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты. “Ришат Марат улы беҙҙең командала ике йыл эшләне. Ул бик әүҙем, позитив, тырыш егет булды. Шуға ла халыҡ уға район етәксеһе вазифаһын ышанып тапшырҙы. Уның пландары күп ине. Уларҙың береһе - Асҡында полилингваль гимназия төҙөү. Был ниәтте тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Белем усағы уның яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ, тине телмәрендә республика етәксеһе. Ришат Марат улы тыуған ауылы – Урмияҙҙа ер ҡуйынына тапшырылды. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева яҙмаһы.






