Ил субъекттары араһында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын иң уңышлы ойошторған төбәк

Был исемлектә тағы  Ставрополь крайы менән Орлов өлкәһе бар. Өс төбәктән иң яҡшыһын билдәләү өсөн республикала Үҙәк конкурс комиссияһы эш башланы. Бөгөн Хөкүмәт йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хәрби көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһенең беренсе  урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенанат Дмитрий Касперович менән осрашты.

Конкурс комиссия составында илдең Мәғрифәт, Спорт Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Хәрби көстәр министрлығының баш хәрби-медицина идаралығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре. Улар Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырылыш нисек ойошторолоуын ҡараясаҡ.

Фото №1 - Ил субъекттары араһында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын иң уңышлы ойошторған төбәк

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ