Бөгөн иртән Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлде

Аэропорт-Магнитогорск юлының Красная Башкирия ауылы эргәһендәге участкала «Вольво» менән «Лада Веста» автомобилдәре бәрелешә.

. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, юл фажиғәһендә иномарканың 68 йәшлек водителе ғәйепле булыуы ихтимал. Сөнки уның төп юлға сыҡҡан ваҡытта Рәсәй транспортын үткәрмәүе асыҡланған. Дәүләт автоинсекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә «Вольво» хужаһының ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Икенсе автомобилдең 32 йәшлек водителе һәм уның 48 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. 

Иглин районында «Лада Гранта» автомобиленә идара иткән 26 йәшлек егет велосипедсыны тапата. 63 йәшлек ир алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ вафат була. Фажиғә райондың Иглин- Красный Восход юлында теркәлә. Тикшереү барышында автомобиль хужаһының руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Уның ҡанында 1,032 промиль алкоголь табылған.

Фото №1 - Бөгөн иртән Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ