Өфөлә йәшәүсе ғаилә церебраль фалиж менән яфаланған улдарын дауалауҙа ярҙам һорай

Бала ғүмере өсөн... Өфөлә йәшәүсе ғаилә церебраль фалиж менән яфаланған улдары Эдуард Тимошенконы дауалауҙа ярҙам һорай. Сир өс йәше тулмаған малайҙың аңына зыян килтермәһә лә, уның аяҡтары насар йөрөй. Яҡын арала сабыйға операция яһалмаһа, хәрәкәт итеүҙән бөтөнләй туҡтап ҡалыуы ихтимал. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәү ҡарашҡа өс йәше лә тулмаған Эдуард башҡа тиҫтерҙәренән айырылмай төҫлө. Әммә бер йыл элек сабыйға церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Эдуардың интеллектуаль үҫеше зыян күрмәгән, ә аяҡтары  атламай.

Эдуардҡа йәш тулғансы сир тураһында белмәнек. Табиптар һуңыраҡ атлай башлаған балалар була тип тынысландырҙы. Әммә Эдуардҡа йәш ярым тулғас та ул атламаны. ДЦП ике йәшендә ҡуйылды.

Екатерина Тимошенко, Эдуардтың әсәһе

Неврологтар Эдуардты дауалау өсөн ЛФК, массаж һәм башҡа реабилитация сараларын тәҡдим иткән. Тик малайға улар ярҙам итмәгән. Эдуард атлай башлаһа ла, ҡайһы берҙә бер нисә айға хәрәкәт итеү һәләтен юғалта. Иҙәндә баҫып тора алмай кинәт йығылып киткән осраҡтарға сабый өйрәнеп бөткән, хәҙер инде һынауҙарҙы ла  шаярып ҡабул итергә тырыша.

Тимошенколарҙың Эдуардтан башҡа тағы ла бер балалары бар. Уларҙың дүрт ай элек Ваня исемле улдары тыуған. Ғаиләне ашатыр һәм Эдуардты дауалау өсөн атай кеше ике эштә эшләй, әммә уның тырышлығы һөҙөмтәһеҙ. Малайға Америка Ҡушма Штаттарында ҡиммәтле операция талап ителә. Селектив дорсаль ризотомия тип аталған әмәлиәттең авторы «Доктор Парк « Сент-Луис ҡалаһында ҡабул итә. Кескәйҙәрҙе аяҡҡа баҫтырыусы табип Эдуардың киләсәге буйынса яҡшы фараздар вәғәҙә итә. Операцияға дүрт миллион һум аҡса талап ителә. Сумманың яртыһын Тимошенколар фонд көсө менән йыйған.   

Битараф булмаған һәр кешегә мөрәжәғәт итәбеҙ. Улыбыҙҙы ҡотҡарыу өсөн операцияға ике миллион һум аҡса талап ителә. Эдуард башҡа балалар менән уйнап, йүгереп үҫһен ине, тип хыялланбыҙ.

Екатерина Тимошенко, Эдуардтың әсәһе

Был операцияны Рәсәйҙә лә эшләйҙәр, әммә сит илдә доктор Парк ысулы һәм заманса ҡоролмалар менән операция күпкә уңышлы һәм хәүефһеҙ тип билдәләнә. Эдуардҡа  июнгә тиклем  операция эшләнмәһә ул йөрөү хәрәкәтен бөтөнләй юғалтыуы ихтимал.

ЯРҘАМ КӘРӘК!

ЭДУАРД ТИМОШЕНКО

Диагноз - ЦЕРЕБРАЛЬ ФАЛИЖ

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ ИҪӘБЕ: 40817810906009898289

йәки +7 (989) 956 74 41 телефон һандары буйынса теркәлгән

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе ғаилә церебраль фалиж менән яфаланған улдарын дауалауҙа ярҙам һорай
Башбат

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ