Алғы һыҙыҡтағы табиптар өсөн концерт

 Өфөлә  үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән аҡ халатлылар өсөн бай йөкмәткеле тамаша ойошторолдо. Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре алдында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов, республиканың билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Мәскәү ҡунағы үҙенең данлыҡлы хиттарның береһен башҡорт телендә лә башҡарҙы. Саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тамашасылар араһында ысын заман геройҙары- бер йыл  буйы алһыҙ-ялһыҙ мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкән табиптар. Аҙналар буйы ғаиләләрен, яҡындарын күрмәйенсә, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып.  Антонина Малыгина 35 йылдан ашыу табип булып эшләй, үткән йыл иң ҡатмарлыһы булды, ти ул.

Был концерт ябай тамаша ғына түгел, ул рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр менән һуғарылған. Һәр кемдең үҙ геройы, үҙ тарихы. Табиптар өсөн  музыкаль бүләкте «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған. Сара сәйәси фирҡәнең «Беҙҙең хәстәрлек»  проекты сиктәрендә уҙа. Күп тамашасылар майҙанға ғаиләләре менән килгән. Күптәр үҙәре йәки туғандары ауырыған. Пандемия шарттары тотош ил өсөн һынау осоро булды, ти улар.

Байрамдың төп ҡунағы-Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов. Ул Өфө халҡын үҙенең йыр-моңдары менән ҡыуандырҙы, хатта билдәле хитарының береһен башҡорт телендә башҡарҙы.

Денис Майданов йырҙы «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең еңеүсеһе Ришат Рәхимов менән бергә башҡарҙы.  Улар был композицияны бер ай элек үк әҙерләй башлаған.

Коронавирус бер ғаиләне лә урап үтмәй, мәкерле сир бер кемде лә аямай. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров та бөгөн табиптарға рәхмәт һүҙҙәре еткереү өсөн килгән.

Ҡыҙыл зона, йоҡоһоҙ төндәр, махсус һаҡланыу костюмдары- аҡ халаттылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре бөгөн дә үтәй. Һәм был концерт уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә рәхмәт билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сир сигенһә лә әле тынсланырға иртәрәк. Донъяның теге йәки был мөйөшөнән өсөнсө ағым башланыуы, яңы штаммдар барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәрҙәр тарала. Рәсәй иһә сиргә ҡаршы көршәк әҙер-матди-техник база ныҡ, ә иң мөһиме үҙ һөнәренә тоғро табиптарыбыҙ бар.

Фото №1 - Алғы һыҙыҡтағы табиптар өсөн концерт

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ