Рәми Ғарипов ижады һәм яҙмышы Өфө, Салауат районы, Малеевка, Переделкинола барған тарихи-мәҙәни ваҡиғаларға бәйләп һынландырыласаҡ. Тәүге картиналарҙы төшөрөү барышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ хәбәрсе Гүзәл Борханова.
Ҙур проект, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡында нәфис фильмды төшөрөүгә старт ижади коллективҡа тупланған һөнәр эйәләренең исемдәре һәм башҡарған эштәрен теркәгән тәрилкәне ватыуҙан башланды. Символик мәғәнәгә эйә булған был ритуалды фильмдың режиссеры Булат Йосопов үтәне. Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында нәфис фильм да тамашасы өсөн ҙур тарихи-мәҙәни ваҡиға буласаҡ, тип ышандыра билдәле кинорежиссер.
Рәми Ғарипов яҙмышы тураһында тулы метражлы нәфис фильм «Беренсе Республика»,»Бабич» трилогияһын тамамлаясаҡ. Был фильмды ҙур экранға сығарыуҙа ла тәүгеләрендә ҡатнашҡан ижади төркөм эшләй. Кинопродюсер Леонид Филинов өсөн «Шағир көндәлеге» бишенсе тулы метражлы башҡорт нәфис фильмы.
Фильмда Рәми Ғарипов ғүмере буйы үҙ өҫтөндә эшләгән шағир, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, тәржемәсе, башҡорт телендә журналдар асыусы олуғ әҙип һәм журналист булараҡ һынландырыла.
Быйыл йәй һәм көҙ айҙарында трилогияны төшөрөүсе ижади төркөм бик тығыҙ графикта эшләйәсәк. «Шағир көндәлеге» нәфис фильмы 2022 йылдың февралендә Халыҡ шағирының 90 йыллыҡ юбилейына зәңгәр экранға сығыр тип күҙаллана.
«Шағир көндәлеге» халыҡ аҡсаһына төшөрөлгән тәүге нәфис фильм. Уны төшөрөү өсөн халыҡтан миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Фильмдың дөйөм бюджеты 23,3 миллион һум тәшкил итә, 16 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта фильм бюджетының 70 проценты ғына йыйылған. Ижади төркөм халыҡтан реквизиттар буйынса,меценат-эшҡыуарҙарҙан массовканы туҡландырыу буйынса ярҙам көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова




