Бәләбәйҙән «Браво» театр-студияһы «Театрлы Волга буйы» фестивалендә өсөнсө урын яуланы

Конкурс һөҙөмтәләре видеоконференция режимында уҙғарылған осрашыуҙа иғлан ителде.   

Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдә федераль округҡа ҡараған төбәктәрҙең йәштәр һәм балалар коллективтары сығыш яһаған. Башҡортостан данын Бәләбәй һәм Салауат ҡалалары вәкилдәре яҡлаған. Һөҙөмтәлә «Браво» театр студияһы сәхнәләштергән «Әлинур» спектале жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды. Фестивалдә барлығы видеояҙма форматында төшөрөлгән 400-ҙан ашыу спектакль ҡатнашҡан.

Фото №1 - Бәләбәйҙән «Браво» театр-студияһы «Театрлы Волга буйы» фестивалендә өсөнсө урын яуланы

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ