Стәрлетамаҡ хирургтары өс йәшлек баланың эсәгенән 44 магнит конструкторын сығарған. Операцияны ҡала клиник дауаханаһының балалар бүлеге табиптары үткәрә. Сабый әле иҫенә килгән, һаулығына хәүеф янамай.
Әйткәндәй, хирургтар өсөн магнит шарҙарҙы йотҡан балаларға операция тәүге тәжрибә түгел. Бер ай элек тағы ла бер кескәй пациенттың эсенән 22 магнит элементы сығарылған. Гидрогель, ҡул сәғәте батареялары һәм магнит – иң хәүефле деталдәр иҫәпләнә. Табиптар улар менән уйнауҙы сикләргә һәм балаларға һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булырға кәңәш итә.
Әлфинә Килдейәрова




