Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрә. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Унда коронавирус таралыуҙы сикләү саралары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәлдәр, шул иҫәптән күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт сифаты, шулай уҡ юлда пассажир ташыуҙа хәүефһеҙлек һәм контроль-касса технкаһын ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Бәләкәй балаларға пособие түләү һәм ағас ултыртыу темалары ла көн тәртибенә индерелгән. Кәңәшмәне тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин.






