Улар Өфөлә Йыйылыу пунктында “Үҫмерҙәр армияһы” хәрәкәте эшен баһаланы, Республика Хөкүмәтендә кәңәшмәлә ҡатнашты. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, былтыр Башҡортостандан 9 меңдән ашыу егет армияға оҙатылған. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин медицина тикшереүе үтеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәптә башланғыс хәрби белем биреү тураһында һөйләне. Дәрестәр барышында хәүефһеҙлек сараларына ҙур иғтибар бирелә, тип белдерҙе ведомство башлығы.
Рәсәй Ҡораллы көстәре вәкилдәре беҙҙең республикала бер нисә көн була. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса конкурста ҡатнаша, финалда Ставрополь крайы һәм Орел өлкәһе менән ярыша.






