Пандемия башланғандан алып, сирлеләр һаны 39 мең 252-гә етте. Әле дауаханала 242 кеше дауалана, уларҙың бишәүһе ауыр хәлдә. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә сығышында шул турала белдерҙе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров инфекцияны таратмау өсөн һаҡланыу сараларын күрергә, шулай уҡ вакцина яһатырға ҡушты.
Бөгөн “Коронавирус менән бер йыл” тигән темаға арналған матбуғат конференцияһы үтә. Уны көндөҙгө өстә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының YouTube каналында ҡарарға була.




