130 меңдән ашыуы прививканың беренсе этабын үткән. Бөгөн был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
Вакцина – сирҙе туҡтатыуҙың ышаныслы юлы, ти белгестәр. “Ҡулланыуға ҡаршы дәлилдәр булмаһа, прививка яһатыу мотлаҡ, ти табип, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 32 мең 252 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә сирлеләр 108-гә артҡан. Дауаханала ятҡан 5 пациенттың хәле ауыр тип баһалана.




