Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы 26 мең доза сираттағы партия вакцина килтерелде

Әле препаратты ҡабул итеү һәм медицина учреждениеларына бүлеү эштәре башҡарыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикаға вакцина ҡайтарыу яйға һалынды һәм халыҡты күберәк йәлеп итеү мөһим. Сит илдәрҙә башланған хәлдең Башҡортостанда ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай, тине төбәк етәксеһе оператив кәңәшмәлә. Көнбайыштың күп кенә илдәрендә коронавирустың өсөнсө тулҡыны ҡотора.

Магазиндар буйлап йөрөгән арала ярты сәғәт ваҡыт бер ни ҙә түгел. Әммә ҡайһылыр осраҡта шул уҡ ярты сәғәткә тотош кеше ғүмере бәйле. Сөнки вакцина яһатыу өсөн тап шул сама ваҡыт талап ителә. Прививканың үҙе бер нисә минутта ғына яһалһа, ҡалғаны уны эшләткәндән һуң ял итеүгә.

Препаратты яһатҡан кеше ярты сәғәт тирәһе табиптар күҙәтеүендә булырға тейеш. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау буйынса мобиль пункттарҙа процедура кабинеттарынан тыш ял итеү бүлмәләре лә ҡоролған. Теләүселәр бында юл ыңғайы ғына ла гам ковид вак препараты ала.

Тәүҙә вакцина яһатыу буйынса мобиль пункт баш ҡаланың опера һәм балет театры бинаһында эшләй башланы. Юғары һөҙөмтә биргәс ошондай уҡ медицина бүлмәләре башҡа сауҙа үҙәктәрендә лә ойошторолдо. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, мобиль пункттар эшләй башлағандан алып уларҙа ике меңдән ашыу кеше вакцина эшләткән.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, быға тиклем вакцина ҡайтарыу менән ҡатмарлыҡтар булһа, хәҙер өҙлөкһөҙ тәьминәт яйға һалынды. Тик вакцина ярҙамында ғына коронавирустан һаҡланыу һәм ҡурҡыныс эҙемтәләрҙе иҫкәртеү мөмкин.

Төбәк башлығы битлек режимын да иңҡар итмәҫкә өндәй. Контроль идаралығы уҙғарған тикшереүҙәр биш тиҫтә учреждениеның 12-һендә ҡағиҙәләрҙе боҙоу осрағы асыҡланған. Медицина ойошмаларында , урындағы хакимиәт биналарында ла битлекһеҙ йөрөү, температура үлсәү приборҙары булмауы асыҡланған.

Фото №1 - Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы 26 мең доза сираттағы партия вакцина килтерелде

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ