Йыл башынан Өфөлә 347 янғын теркәлгән

Уларҙа 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа, күңелһеҙ статистика көндән-көн тулыланып тора. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн  баш ҡаланың янғын һағы идаралығы даими рейдтарға сыға. Аңлатыу эштәре башлыса шәхси секторҙарҙа йәшәүселәр араһында үтә.

 Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр күберәк ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән барлыҡҡа килә, шулай уҡ электр ҡорамалдарын, ҡалған осраҡтар мейесте дөрөҫ ҡулланмауҙан килеп сыға. Көндәр йылытыу менән дә проблемалар кәмемәй. Шуға ла күҙәтеүсе орган хеҙмәткәрҙәре халыҡты яҙғы ташҡын осоронда ла һаҡ булырға өндәй.

Мәғлүм булыуынса, 1 марттан Рәсәйҙә тораҡ пункттар эсендә ҡойолған япраҡтарҙы яндырыу тыйылды, хәҙер уларҙы сүплеккә сығарырға тура киләсәк.

Фото №1 - Йыл башынан Өфөлә 347 янғын теркәлгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ