Станислав Яшин ай ярымға тәфтиш изоляторына оҙатылды

Өфө үҙәгендә юристың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнгән Станислав Яшин ай ярымға тәфтиш изоляторына оҙатылды. Ҡоралдан яраланған ир кисә генә республика клиник дауаханаһынан сыҡҡайны, бөгөн иһә ул Александр Елисеевтың ғаиләһе алдында ғәфү үтенде.

Ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе Киров районы судында ҡорбанының ғүмерен ҡыйған мәлде иҫләмәүе тураһында әйтте. Әммә журналистарҙың ҡорал тураһындағы һорауына, һунар карабинын арбитраж судтағы ултырыштан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалыу өсөн алған булыуын белдерҙе. Ә бына Александр Елисеевтың эсенә бысаҡ ҡаҙау уның планына инмәгән.

Фото №1 - Станислав Яшин ай ярымға тәфтиш изоляторына оҙатылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ