Башҡортостанда турист маршруттарына паспорт эшләнәсәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостандағы туристик эшмәкәрлек тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Билдәле булыуынса, республикалағы күп кенә туристик маршруттар рөхсәтһеҙ булдырылған. Улар бер ниндәй документтарҙа теркәлмәгән һәм ҡануни яҡтан көйләнмәгән.

Парламент етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, рәсми теркәлеү был маршруттарҙы һаҡларға һәм туристик инфраструктураны үҫтерергә ярҙам итәсәк.  

Депутаттар Белорет районындағы Ирәкташҡа илткән юлдағы ағастар ҡырҡылғандан һуң ошондай ҡарарға килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда «Өфө фанера комбинаты» өсөн 13 гектарға яҡын ерҙә ағастар ауҙарылды. Билдәле булыуынса, биләмә ҡуртымға 2016 йылдың апрелендә үк бирелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда турист маршруттарына паспорт эшләнәсәк

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ