Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин онлайн брифингта ошо һорауға яуап бирҙе. Коронавирусҡа бәйле хәл яҡшыра бара. Сирлеләр артҡан хәлдә, һаулыҡ һаҡлау тармағы уға әҙер.
Коронавирустың өсөнсө тулҡынынын булдырмаҫ өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. “Халыҡҡа вакцина яһатыу мөмкинлеге лә бар”, - тине Максим Забелин.




