Башҡортостанда Рәсәй Ҡораллы көстәре комиссияһы эшләй

Фото №1 - Башҡортостанда Рәсәй Ҡораллы көстәре комиссияһы эшләй

Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович етәкселегендәге комиссия Октябрьский ҡалаһында булды. Улар ҡалалағы мәктәптәрҙең береһендә кадеттар сығышын ҡараны һәм аэродромда парашютсылар әҙерләү менән танышты.

Башҡортостанда Рәсәй Ҡораллы көстәре комиссияһы эшләй

         Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов әйтеүенсә, Рәсәй Ҡораллы көстәре комиссияһы вәкилдәре республикала йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү эшен яҡшы баһалай. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса өлгөлө төбәк һанала.

Башҡортостанда Рәсәй Ҡораллы көстәре комиссияһы эшләй

         Беҙҙең республика хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса федераль конкурс финалына үтте. Унда өс төбәк ҡатнаша. Улар – Башҡортостан, Ставрополь крайы һәм Орел өлкәһе.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ