Башҡортостанда һәр икенсе пассажир “Алға” картаһы менән иҫәпләшә

Фото №1 - Башҡортостанда һәр икенсе пассажир “Алға” картаһы менән иҫәпләшә

Республикала 1 миллион дана транспорт картаһы сығарылған. Ошо көндәрҙә йәмәғәт транспортында контроль-касса аппаратын ҡулланыу буйынса рейдтар үтә. Транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков әйтеүенсә, терминал файҙаланғандар арта. Әммә бөтә шәхси пассажир ташыусылар ҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе ҡабул итмәй.

Башҡортостанда һәр икенсе пассажир “Алға” картаһы менән иҫәпләшә

         Автобуста терминал ҡулланмаған өсөн штраф ҡаралған. Талапты үтәмәгәндәргә 10 мең һумдан 30 меңгәсә түләргә тура килә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ