“Берҙәм Рәсәй” партияһы Дәүләт Думаһына кандидаттар һайлауға праймериз иғлан итте. Ул 1 июндә үтә. Беҙҙең республикала кандидаттар өсөн интернетта тауыш бирергә йәки участкаға килеп һайларға була. Әле праймеризда ҡатнашырға теләгәндәрҙән документтар ҡабул ителә. Ул 29 апрелгә тиклем бара.






