Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре эш сәфәре менән Федераль статистика хеҙмәтендә булды

Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре эш сәфәре менән Федераль  статистика хеҙмәтендә булды

Республика делегацияһын Иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеш юлдарын өйрәнде. Республикалағы инвестиция, сәнәғәт, ҡулланыусылар баҙарын киңәйтеүгә бәйле һорауҙар ҡаралды. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был мәсьәләләрҙе төплө өйрәнеү өсөн статистика хеҙмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Бындай бәйләнеш тотоу республикалағы төрлө йүнәлештәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм етешһеҙлектәрен асыҡларға ярҙам итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ