Йыл башынан “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан 3 мең 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Фото №1 - Йыл башынан “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан 3 мең 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Республикала йәшәүселәр күберәк коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуға зарлана. Башҡортостан Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошондай һандар атаны.

Йыл башынан “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан 3 мең 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы проблемаларҙың, ялыуҙарҙың күп булыуы хаҡында белдерҙе. “Стәрлетамаҡ ҡалаһында капиталь ремонт тураһындағы мажараларҙы уҡыйым”, - тине республика етәксеһе. Былтыр ҡалала 30-ға яҡын күп фатирлы  йорттоң түбәһе төҙөкләндерелгән. Эштәрҙе “Стройресурс” ойошмаһы алып барған.

Йыл башынан “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан 3 мең 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Радий Хәбиров был өлкәлә тәртип урынлаштырырға ҡушты. Башҡортостан башлығы хакимиәте Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән берлектә тикшереү үткәрергә тейеш. Йорттарҙа йәшәүселәрҙең төҙөкләндереү барышын контролдә тотоуы мөһим, тине республика етәксеһе. Башҡортостанда йыл һайын капиталь ремонт өсөн 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ