Ошо минуттарҙа Баймаҡ районында ”Эшсе - 2021” бәйгеһе башланып тора. Конкурста 20-нән 40 йәшкә тиклемге төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша. “Бындай ярышты Һөнәр үҙенсәлектәрен күрһәтеү, яңы тәжрибә үҙләштереү маҡсатында ойошторҙоҡ”, - ти Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эше буйынса комитеты етәксеһе Заһит Ғүмәров.






