Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөләге юл инфраструктураһы үҫеше проекттары менән таныштырҙы

Фото №1 - Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөләге юл инфраструктураһы үҫеше проекттары менән таныштырҙы

Башҡортостан  Федераль юл агентлығы һәм транспорт министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. “Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргесендә әле реконструкция дауам итә. Уның аша транспорт хәрәкәте  1 сентябргә тергеҙелергә тейеш. Өфөгә ингән ерҙә күпер төҙөлөшө лә урында тормай. Бынан тыш Салауат Юлаев проспектын дауам итеү, Интернационал урамы янында Ағиҙел аша күпер төҙөү проекттары планлаштырыла. Улар Федераль юл төҙөлөшө етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Новиков менән берлектә өйрәнелә. Федераль үҙәк ярҙамында юл төҙөлөшө мәсьәләһенә киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ”, тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ