Өфөлә уҙған төбәк-ара хәрби сәнғәт форумында ҡатнашыусылар мас-рестлинг буйынса көслөләрҙе асыҡланы.
Спорттың был төрө айырыуса Яҡут халҡында ҙур танылыу алған, әммә ул ваҡытында башҡорттарҙа ла киң популярлыҡ яулаған булған. Ярыштың ҡағиҙәһенә килгәндә, ул бик ябай, спортсыға ултырған килеш дәғүәсеһен үҙенең яғына һөйрәп сығарырға йәки таяғын тартып алырға кәрәк. Ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеүсе киләһе этапҡа сыға.
Өфөләге бәйгелә дүрт тиҫтәнән ашыу кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында ауыр атлетика, пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ ирекле һәм милли көрәш оҫталары ла күп ине. Был ярыштар май айында Өфөлә ойоштороласаҡ һуғыш сәнғәте буйынса өсөнсө Евразия уйындарына һайлау этабы ла булып торҙо.
Илдар Байбулатов




