Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенанат Дмитрий Касперович етәкләгән комиссия бөгөн Ишембайҙа булды.
Үҙәк комиссия Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусында уҡыусылар менән осрашты һәм буласаҡ офицерҙарҙы тәрбиәләү шарттары менән танышты. Кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре бер йыл эсендә дисциплинаға өйрәнә.
Кадеттар төп дәрестәрҙе парта артында түгел, ә хәрби әҙерлектә ала. Уҡыу тамамлағанда улар алдында һөнәр һайлау һорауы тормай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырылышты ойоштороу буйынса ил субъекттары араһында лидерҙар исемлегендә. Комиссия беҙҙең республика, Ставрополь крайы һәм Орел өлкәһе араһынан еңеүсене билдәләү өсөн тикшереү үткәрә.
Рәмилә Исмәғилева






