Юғары әҙерлек. Гидроэлектростанция хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, һыу бассейны өсөн яуаплы муниципалитет хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан уҡыуҙар хаҡында киләһе яҙмала .
Күнегеүҙәр ике этапта уҙҙы. Ғәҙәттән тыш хәл осрағы сценарийҙары ҡаралды, мәғлүмәти ярҙам, төрлө структураларҙың берҙәм эшмәкәрлеген булдырыу, локаль мәғлүмәт еткереү селтәрҙәре, гидромеханик ҡорамалдар һәм резервтағы электр станцияһы әҙерлеге тикшерелде.
Авария осрағында Йомағужа һыуһаҡлағысында етәксе составтың әҙерлек кимәле лә тикшерелде. Шулай уҡ халыҡҡа мәғлүмәт еткереү һәм һыу баҫыу хәүефе булған урынынан эвакуациялағанда хеҙмәтләндереүселәрҙең ни эшләргә кәрәклеге лә өйрәнелде. Бындай осраҡтар кинәт ҡар иреп, яуым-төшөм булғанда күҙәтелеүе ихтимал. Фараз буйынса һыу күтәрелеүҙең юғары нөктәһе апрель аҙағына тура килә, әммә бөтәһе лә һауа торошона бәйле ти, белгестәр.
Әйткәндәй, һыуһаҡлағыстың эксплуатациялау мөҙҙәте лә бик ҙур, шуға ла яҡын киләсәктә бында капиталь ремонт үткәреләсәк, әлеге ваҡытта проект-тикшеренеү эштәре бара.
Гүзәл Борханова






