15 апрелгә тиклем яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы тракторҙар техник тикшереү үтергә тейеш

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 мең ярым берәмек техниканың 94 проценты  сәсеүгә тулыһынса әҙер. «Башкир-агроинвест» предприятиеһының Кушнаренко районы бүлексәһендә лә ҡеүәтле машиналарҙы, тағылма ҡоролмаларҙы ремонтлау эштәре тамамланыу алдында. Һәр трактор өсөн икешәр механизатор яуаплы. Ауыл уңғандары билдәләүенсә, төҙөк техника - мул уңыш нигеҙе.

Предприятие ҡарамағында 15 мең ярым гектар сәсеүлек майҙаны булыуы билдәле. Быйыл иген һәм техник культуралар үҫтереүгә баҫым яһаласаҡ. Ерҙе эшкәртеүгә иһә мең тонна минераль ашлама һатып алынған. Автопарктты яңыртыу буйынса ла уңышлы эш алып барыла

Фото №1 - 15 апрелгә тиклем яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы тракторҙар техник тикшереү үтергә тейеш

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ