Өфөлә йәшәүсе рәссам Олег Кайбышевтың сираттағы графити эше билдәле яҡташыбыҙ – йырсы Земфира Рамаҙановаға арналған. Ике аҙнанан эстрада йондоҙо тыуып үҫкән йорттоң стенаһын гитара һәм йырсының портреты биҙәйәсәк. Олег Кайбышевтың һүрәттәре баш ҡалала йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ул Сипайлово биҫтәһендә Юрий Гагарин портреты, Арт-квадрат майҙанындағы ижади картиналарҙың да авторы.
Флорида Ким




