Ишембайҙа билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселеге үтте

Унда 13-17 йәшлек 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет үҙ көсөн һынаны.      

Ярышты асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, быйыл Ишембайҙа бик күп спорт сараларын ойоштороу ҡаралған һәм был йәһәттән мөмкинлектәр тағы ла киңәйгән. Шуларҙың береһе- күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған боҙ һарайы.

Мәғлүм булыуынса, пандемия менән бәйле, һуңғы йылда күп кенә турнирҙар календарҙағы пландан төшөп ҡалды. Әммә йәш быуын сәләмәт тормош алып барыуҙы туҡтатмаған. Республика беренселегендә ике тиҫтәнән ашыу төбәк вәкиленең ҡатнашыуы быға асыҡ миҫал булып тора.

Ярышҡа почетлы ҡунаҡ рәүешендә билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлимғужина ла саҡырылғайны. Уның профессиональ спортсы булып китеүендә Ишембай районының да өлөшө ҙур. Сөнки бала сағы әсәһенең тыуған ауылы Ишәйҙә үткән. Турнир һөҙөмтәләренә килгәндә, һәр ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яулаған көрәшселәрҙән Башҡортостан йыйылма командаһы төҙөлә. Улар республика данын май уртаһында Октябрьскиҙа уҙасаҡ Рәсәй беренселегендә яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Ишембайҙа билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселеге үтте

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ