Бөгөндән имтихан биреүҙә үҙгәрештәр көсөнә инде. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер буласаҡ водителдәрҙең машина йөрөтөү оҫталығы ысын шарттарҙа баһалана. Машинаны майҙансыҡта йөрөтөү бөтөрөлә. Автоэксперт Хәлим Әйүпов фекеренсә был төҙәтмәләр урынлы, сөнки водителдәр автодромда түгел, ҡала урамдарында йөрөй. Имтихан да юлда булырға тейеш.






