Ул ҡала хакимиәте сайтында булдырылды. Бында сүп-сар сығарыу һәм бысраҡты таҙартыу кәрәклеге булған урындарҙы күрһәтергә мөмкин. Граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәре анализланып булған проблемаларҙы бөтөрөү буйынса саралар күреләсәк, тип белдерәләр мэриянан. Әлеге ваҡытҡа 37 заявка алынған, 19-ы буйынса мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, 5 урында кәрәкле эштәр алып барыла.






