“Өҫтәл тирәләй йыйылып, халыҡ менән һөйләшеп, мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк”- тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда был йәһәттән ыңғай тәжрибә бар. Уҙған йылдарҙа Ишебай, Бәләбәй, Бөрө һәм башҡа төбәктәрҙә үҙәк майҙандар, скверҙар, ял итеү урындары төҙөкләндерелде. Дүртөйлөлә әле федераль ҡаҙна сығымдарына Ленин исемендәге майҙан һәм уның тирә яғы йәшелләндерелә. Конкурста еңеүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан ҡала-ауылдарын төҙкләндереүгә ил бюджетынан 1 миллиард 300 миллион һум йәлеп ителгән. Әле тағы ла шундай мөмкинлек бар. Дүртөйлөләр Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарын төҙөкләндереү проектын хуплап сығыш яһай. 26 апрелдән 31 майға тиклем республикала төҙөкләндереләсәк обьекттар буйынса тауыш биреү уҙғарыла.






