Сибай дәүләт башҡорт драма театры өфөләргә «Әүлиә» спектаклен күрһәтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса «Әүлиә»спектакле әҙерләп, республика тамашасылары алдында сығыш яһауын дауам итә.

Спектакль баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә аншлаг менән үтте. Режиссеры – Дамир Ғәлимов.

Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен, алдан күреү һәләтен, кәрәмәттәрен үҙ күҙҙәре менән күреп белеүсе замандаштары уны үҙе иҫән сағында уҡ башҡорттоң бөйөк әүлиәһе тип нарыҡлай. Мөжәүир хәҙрәт 1876 йылда Баймаҡ районының Манһыр ауылында донъяға килә. Ул данлыҡлы Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттең һабаҡтарын ала. Уҡып сыҡҡас, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй. 1967 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.

«Әүлиә» спектаклендәге хәл-ваҡиғалар үткән һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ, халыҡ яҙмышы, йәбер, кәмһетеүгә ҡаршы аҡыл менән көрәш араһындағы илаһи көстөң булыуын, барлығын һәм буласағын һүрәтләй.

Төп ролде башҡарыусы Урал Зәйнуллин: «Роль миңә еңел бирелде, тип әйтә алмайым. Мөжәүир хәҙрәттең тормошон ентекләп өйрәндем. Уны үҙ күҙҙәре менән күргән оло быуын кешеләре менән аралаштым. Табиптар ярҙам итә алмаған сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырған, алдан күреү һәләтенә эйә булған бит ул. Эйе, һис шикһеҙ, бөйөк шәхес, ысын әүлиә».