Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһында Дим районы уҡыусылары араһында әҙип исемен йөрөткән кубокка баскетбол буйынса йомғаҡлау турниры үтте. Бәйгелә малайҙар һәм ҡыҙҙар күсмә кубок өсөн көс һынашты. Мәктәп директоры Илһам Ғайсин һөйләй.
Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһы 2020 йылдың авгусынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемен йөрөтә.




