Ханты-Манскийскиҙа биатлон буйынса ил беренселеге үтә. Бөгөн ир-егеттәр эҙәрлекләүҙә уҙышты. Унда Эдуард Латыпов беренсе урын алды. Быға тиклем ул спринтта өсөнсө булғайны. Беҙҙең республиканан башҡа вәкилдәргә килгәндә, Антон Бабиков – 13-сө, Алексей Петров – 14-се, Александр Бабчин – 31-се һөҙөмтә күрһәтте.




