Ул сәнғәт институтын тамамлап, 1974 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт юлын башлай. Легендар Наил Ғәлиев бригадаһына билдәләнә.
Элек тамашасы ла ихласыраҡ ине, тип хәтерләй Вәкил Мурзин.
Музыка сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Вәкил Мурзинға 1987 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме тапшырыла. Уның йырҙары беҙҙең телерадиокомпанияның алтын фондында һаҡлана, эфир тулҡындары аша тыңлаусыға еткерелә.




