Унда Республика Башлығы ойошманы үҙгәртеп ҡороу мөһимлеге тураһында һөйләне. Бының өсөн алдағы йылдарҙа етештереүҙе үҫтерергә, сифатты яҡшыртырға һәм тауарҙың үҙ хаҡын кәметергә кәрәк. Экология мәсьәләләрен хәл итеүгә айырым иғтибар бирелде. Бынан тыш, Радий Хәбиров артыҡ сығымдарҙы кәметергә саҡырҙы. Мәҫәлән, БСК-ның Мәскәүҙәге офисын ябыу – 1 миллиард һум экономияларға мөмкинлек биргән.






