“Автомобилдә ихатаға үтә алмай инек”

Фото №1 - “Автомобилдә ихатаға үтә алмай инек”

Өфөнөң Ленин районында йәшәгән Анна Шункова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай мөрәжәғәт ҡалдырған.

“Мостай Кәрим урамындағы 6-сы йорт ихатаһы һәм йорт янына ингән урынға рөхсәтһеҙ бетон ярымшарҙар ҡуйҙылар, беҙгә юл ябылды. Хәҙер унда “Ашығыс ярҙам” да үтә алмай, машиналарҙы ҡуйырға ла урын юҡ. “Арт-Квадрат” үҙәге был биләмәлә йәшәгәндәргә Коммунистик урамындағы туҡталҡанан урын биреүе тураһында хәбәр итте. Ләкин әле һаман да рөхсәт юҡ, шылтыратыуҙарға яуапһыҙ ҡала. Туҡталҡа биләмәһе файҙаланыуға тапшырылыу менән, был йортта йәшәгәндәрҙең бөтәһенә лә машина ҡуйыу урыны биреләсәге тураһында хат бар. Туҡталҡа ла күптән эшләй. Әммә унда инә алмайбыҙ. Ошо мәсьәләне хәл итергә ярҙам итегеҙ”.

Мөрәжәғәтте “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәй.  Уға баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән яуап булды.

 “17 мартта “Арт-Квадрат” үҙәге хеҙмәткәрҙәре системаны тергеҙҙе. 6-сы йорт ихатаһына ингән урындағы шлагбаум эшләй. Һорауҙарығыҙ булһа,  баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡһәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Элемтә телефондары: 7 (347) 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31”.

Яуапты алғас, мөрәжәғәт авторы Анна Шункова “Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт! Хәҙер барыһы ла тәртиптә!”тигән яҙма ҡалдырған.

Фото: svoidom-dv.ru

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ