"Сода" компанияһы акцияларының контроль пакеты Башҡортостанға тапшырылыуын ғәҙеллек тантанаһы тип ҡабул итергә кәрәк. Федерация советының комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова шулай тип белдерҙе.
Сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, "Сода" компанияһы Башҡортостанға ҡайтарылыуы, республика етәкселегенең һөҙөмтәле эш емеше лә.
Ил президенты Владимир Путин "Сода" компанияһы акцияларының контроль пакеты Башҡортостанға тапшырыла тип белдерҙе, Премьер-министр Михаил Мишустинға тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.






