Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостан сода компанияһы акцияларын республикаға тапшырыу буйынса документтар әҙерләргә ҡушты. Хөкүмәт ултырышында ул министрҙар кабинетына документтарҙы тиҙерәк әҙерләү һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән ойошманы артабан үҫтереү буйынса килешеү төҙөү бурысын ҡуйҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Сода” компанияһы акцияларының 38,3 проценты кире республикаға ҡайтарыла, тағы 11,7 проценты һәм бер акция ышаныс килешеүе буйынса тапшырыла. Шулай итеп, Башҡортостан “Сода” компанияһы акцияларының контроль пакетына эйә була.




