Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. 2020 йылда коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, халыҡ-ара бер нисә форум ойошторолдо. “Апрелдә “Коронавирустан һуң донъя. Евразия йөрәгенән ҡараш” тигән халыҡ-ара онлайн-форум, аҙаҡ “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” тигән халыҡ-ара урбанистика форумы, “Бизнесты яҡлау. Партнерлыҡ эволюцияһы” халыҡ-ара йыйыны, “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы, “Конституция-2020: Асыҡ власть эволюцияһы” форумы һәм Халыҡ-ара бизнес аҙналығы уҙҙы. Был сараларҙа 58 илдән 1 меңдән ашыу спикер ҡатнашты. 35 миллион кеше онлайн ҡараны. Форумдарҙа партнерҙарыбыҙ менән килешеүҙәр төҙөлдө. Шуныһы, бөтә саралар ҙа санитар талаптар һәм ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолдо”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Быйылғы йәй ҙә сараларға бай булыуы көтөлә. “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы, урбанистика форумы, шулай уҡ халыҡ-ара саралар – Бөтә донъя Фольклориадаһы, “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты уҙғарыла. “Әле был тәүге аҙымдар ғына. Башҡортостан мөмкинлектәрен Рәсәй һәм тотош бөтә донъяла ла белһендәр өсөн, алда ҙур эш көтә”, - тип билдәләй Республика Башлығы.






