Республикала 100 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан

Фото №1 - Республикала 100 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан

130 меңдән ашыуы прививканың тәүгеһен алған. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Вакцина эшләтеү – сәләмәтлек өсөн яуаплы булыуҙы күрһәтә, тигән фекерҙә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы уҡытыусыһы Рамазан Шәймәрҙәнов.

Республикала 100 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан

Вакцина – йоғошло ауырыуҙарҙы туҡтатыуҙың ышаныслы юлы. “Прививка ярҙамында сәсәк, тиф, ваба һәм башҡа күп кенә вирустарҙы еңә алдыҡ”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.

Республикала 100 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан

Республикала халыҡты коронавирустан вакциналау маҡсатында 130-ҙан ашыу стационар һәм 5 мобиль пункт булдырылған. Уларҙың дүртәүһе баш ҡалала асылған. Прививка эшләтеү урындарының эш тәртибе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ