Бөгөн Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Еңеү көнөн уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Төп байрам саралары 9 майға тәғәйенләнгән. Быйыл “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтендә республикала – 400 мең, Өфөлә 130 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Еңеү көнө алдынан һәйкәлдәр һәм ҡәберлектәр тәртипкә килтерелә, шулай уҡ иҫән ҡалған ветерандарға барыу, уларға медицина ярҙамы күрһәтеү бурысы ҡуйыла.






