Балалар каникулда булған арала ата-әсәләр мәктәп талап итә

Белоретта хәҙер өс йылға яҡын ике белем усағы уҡыусылары бер бинала уҡырға мәжбүр. Тәүге сменала 18-се мәктәп хужалары үҙҙәре уҡыһа, төштән һуң түбәһе емерелгән 8-се мәктәп балалары белем ала. Эшлектән сыҡҡан объектта төҙөкләндереү эштәре һуҙылғандан һуҙыла.

Каникул осоронда ғына был бүлмә стеналары тын алып ҡала. Уҡыу мәлендә стеналарға түгел, балаларҙың үҙҙәренә лә һауа етмәй. Иртәнән кискә тиклем кластарҙан уҡыусылар өҙөлмәй. Өҫтәүенә, балалар һаны парталарға ҡарағанда күберәк.

Проблема Белореттың 8-се мәктәбендә түбәләр ишелеп төшкәс башлана. Етәкселек уҡыу йортонан мәхрүм ҡалған балаларҙы күрше 18-се мәктәпкә күсерергә ҡарар итә. Шулай ҙа барлыҡ уҡыусыларҙы ла һыйҙырып бөтә алмайҙар. Һөҙөмтәлә башланғыс кластар бөтөнләй икенсе бинала белем ала, ә сығарылыш синфтар 8-се мәктәп балалары менән бергә уҡый. Әлбиттә, «хужалар» менән «килмешәктәр» араһында ыҙғыштар булмай тормай.

Мәктәпкә һыйышмау бер бәлә булһа, уға тиклем барып етеү тағы икенсе һынау. Балаларға белем алыу өсөн бер-нисә саҡрым йәйәү үтергә кәрәк. Ҡайһы бер балалар сәғәт ярым атларға мәжбүр. Киске ҡараңғыла, транспорт хәрәкәте йәнле булған бихисап юл аша үтеп мәктәпкә йөрөү хәүефһеҙ түгел. Урындағы етәкселәр был проблемалар тураһында хәбәрҙар,әммә тиҙ арала ғына уны хәл итеү мөмкин түгел, тип иҫбатлай.

Бер йыл буйы хаталы төҙөлгән проект-смета документтарын яңынан эшләнек. Әле яңы документтар менән экспертиза үттек. Хәҙер инде республиканың адреслы инвестиция программаһына инергә ҡалды. Төҙөкләндереүгә 660 миллион һум аҡса талап ителә. Ҡыҙғанысҡа әле был күләм бүленмәгән.

Андрей Иванюта, Белорет районы хакимиәте башлығы

Аҡса бүленгән осраҡта мәктәп төҙөкләндереләсәк тип әйтеү дөрөҫ тә булмаясаҡ. Яңы проект буйынса белем усағы күпкә киңәйәсәк. Бығаса ул 350 урынға иҫәпләнгән булһа, яңыртылған мәғариф үҙәгендә 8 йөҙгә тиклем бала белем аласаҡ.

Фото №1 - Балалар каникулда булған арала ата-әсәләр мәктәп талап итә

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ